Ил Президенты заманса, юғары технологиялы караптар, тәжрибәле белгестәр булыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Яҡын арауыҡта Хәрби-диңгеҙ флотының әҙерлеген нығытыу һәм мөмкинлектәрен арттырыу зарур, — тине ул. — Был флот составы гипертауышлы ракеталар менән йыһазландырылған фрегат һәм һыу аҫты кәмәләре менән ваҡытында тәьмин ителеүенә лә бәйле. Бынан тыш эсминецтар һәм универсаль десант караптары талап ителә”.
Былар барыһы ла стратегик тотороҡлолоҡто һаҡлау өсөн мөһим икәнлеген аныҡланы Президент.