-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Декабрь 2019, 11:05

Рәсәй Ҡытайға газ ебәрәсәк

Владимир Путин менән Ҡытай халыҡ республикаһы рәйесе Си Цзиньпин телекүпер режимында «Себер көсө» газүткәргесен сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты.

Владимир Путин менән Ҡытай халыҡ республикаһы рәйесе Си Цзиньпин телекүпер режимында «Себер көсө» газүткәргесен сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты. «Газпром» һәм Ҡытай милли нефть-газ корпорацияһы араһында Рәсәй тәбиғи газын көнсығыш маршруты буйынса экспортлау тураһында килешеүгә 2014 йылда ҡул ҡуйылғайны. Уның мөҙҙәте — 30 йыл. Газүткәргес йылына 38 миллиард кубометр тәбиғи яғыулыҡ экспортлаясаҡ. 3000 километр оҙонлоғондағы трасса Иркутск өлкәһе, Саха республикаһы һәм Амур өлкәһе биләмәләре буйлап уҙа. Рәсәй яғынан сарала РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак, Энергетика министры Александр Новак «Газпром» компанияһы рәйесе Алексей Миллер ҡатнашты.
#ВладимирПутин
Читайте нас: