Сәйәсәт
5 Декабря 2019, 06:25

Бурыстарҙы коллекторҙар аша йыйыу тыйыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылдың июлендә ҡул ҡуйған законға ярашлы граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстарын коллекторҙарға тапшырып йыйыу тыйылғайны.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылдың июлендә ҡул ҡуйған законға ярашлы граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстарын коллекторҙарға тапшырып йыйыу тыйылғайны.
Ләкин коллекторҙар законды урап торлаҡ –коммуналь ойошмалар менән агент килешеүҙәр төҙөй һәм элеккесә халыҡтан аҡса йыйыу менән шөғөлләнәләр. Ил граждандарының бурыстарын йыйыуға ҡоролған бындай юлдарҙы тулыһынса ябыу өсөн Дәүләт Думаһы депутаттары был законға төҙәтмәләр әҙерләй. Закондың проекты 2020 йылдың яҙғы сессияһында ҡараласаҡ һәм йәйгеһен үҙ көсөнә инәсәк тип күҙаллана.
#ВладимирПутин
Читайте нас