-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Декабрь 2019, 16:25

Радий Хәбиров: «Ҡуштау эшкәртелә»

Башҡортостан шихандарының береһе Ҡуштау эшкәртелә. Республика башлығы Радий Хәбиров 10 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе.

Башҡортостан шихандарының береһе Ҡуштау эшкәртелә. Республика башлығы Радий Хәбиров 10 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе.
«Меңдәрсә кешене эшһеҙ ҡалдырыуға бер ҡасан да ризалыҡ бирмәм. Мине һындырырға, ҡулдарымды борорға, журналистарҙы һәм милләтселәрҙе һатып алырға маташыу файҙаһыҙ. Быны бер компанияны баҙарҙан сығарып ташлап, үҙҙәренекен ҡуйырға теләгәндәр эшләргә теләй. Өҫтәүенә улар тәбиғәт байлығы менән Ҡуштауҙан бер ҙә ҡалышмаған биләмәгә инерҙәр ине. Стәрлетамаҡ тағы бер нисә йыл, ғәфү итегеҙ, ыштанһыҙ ултырыр ине! Урындағы халыҡтың фекерен даими өйрәнәбеҙ. Уларҙың һәр береһе сода производствоһының күп йылдар буйына тик тороуы ҡала өсөн нимәгә әүереләсәген яҡшы аңлай. Ә баҫым яһарға тырышыусыларға хоҡуҡи баһа бирелер», — тине Хәбиров.
Читайте нас: