+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Декабрь 2019, 11:10

Рәсәйҙә милли проекттарҙы финанслау күләме арттырыла

Рәсәйҙә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға өҫтәмә рәүештә 368 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Рәсәйҙә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға өҫтәмә рәүештә 368 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Рәсәйҙең Финанс министрлығы сығанағына һылтанып, «Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән финанс саралар 368 миллиард һумға арттырылып, 26 триллион һумға еткереләсәк.
Атап әйткәндә, иң күп саралар «Демография» милли проектына – 279 миллиард һум бүленәсәк. Был беренсе бала тыуыу уңайынан пособие алыусыларҙың артыуына бәйле буласаҡ. Әле был пособиены 1,5 йәшкә тиклемге балаһы булған, ата-әсәнең килеме бер кешегә 1,5 йәшәү минимумынан кәм булған, ғаиләләр алһа, 2020 йылда пособиены килеме ике минимумдан кәм булған ғаиләләр балаға өс йәш тулғансы аласаҡ.
Шулай уҡ «Һаулыҡ һаҡлау», «Магистраль инфраструктураны үҫтереүҙең комплекслы планы» проекттарын финанслау, ярашлы рәүештә, 39 һәм 38 миллиард һумға арттырыласаҡ.
Башҡа милли проекттарҙы бойомға ашырыуға өҫтәмә рәүештә 12 миллиард һум самаһы аҡса бүленәсәк. «Экология» милли проекты буйынса сығымдар кәметеләсәк. Өс йылда 7 миллиард һумға тиклем аҡсаға экономия эшләнәсәк.
2024 йылға тиклем милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йәмғеһе 25,7 трлн һум аҡса тотоноу планлаштырылған. Уларҙан 13,2 трлн һумы федераль, 4,9 трлн һумы Федерация субъекттары бюджеттарынан, 7,5 трлн һумы бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан һәм 0,1 трлн һумы дәүләттең бюджеттан тыш фондтарынан бүленә. Хәҙер федераль бюджеттан 13,5 трлн һум аҡса бүленәсәк.
13 милли проекттан торған система РФ Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы формалаштырылды. Улар илдә халыҡтың тәбиғи үҫешенең тотороҡлоғон тәьмин итеүгә, Рәсәйҙе донъялағы биш иң ҙур иҡтисади система рәтенә индереүгә, шулай уҡ макроиҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлап иҡтисади үҫеш темтарын донъяуи кимәлдән юғарыраҡ күтәреүгә күсеүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас: