+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Ғинуар 2020, 11:55

Яңы газ үткәргес сафҡа инде

8 ғинуарҙа Рәсәй президенты Владимир Путин, Төрөк иле президенты Рәджәп Эрдоган менән «Төрөк ағымы» исемле 2016 йылда төҙәлә башланып йыл башында сафҡа индерелгән газ үткәргесен рәсми астылар.

Ҡыҫҡа ваҡытта Ҡара диңгеҙ аша төҙөлгән был газ үткәргестән Төрөктәрҙән тыш, Болгария, Төнъяҡ Македония, Греция илдәре зәңгәр яғыулыҡ ала башланы. Быйыл май айында Рәсәй газын Сербия, ә 2021 йылдан Венгрия илдәре ҡулланыусылары аласаҡтар. «Яңы эшләй башлаған«Төрөк ағымы» газ үткәргесе, Төркиәнән тыш тағыла Көнъяҡ һәм Көнъяҡ–көнсығыш Европа илдәренең энергетик тотороҡлоғон үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәк. Төркиә иң күп Рәсәй газын һатып алыусы илдәрҙең береһе буласаҡ», – тип белдерҙе Рәсәй энергетик министрылығы етәксеһе Александр Новак.
Читайте нас: