+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Ғинуар 2020, 16:53

В. Путиндың 2019 йылдағы мөрәжәғәтнамәһе тулыһынса үтәлдеме?

Бөгөн, йәғни 2020 йылдың 15 ғинуарында Рәсәй лидеры Владимир Путин йылдағыса Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.

Бөгөн, йәғни 2020 йылдың 15 ғинуарында Рәсәй лидеры Владимир Путин йылдағыса Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаясаҡ. Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары Путиндың бөгөн үҙ сығышында илдең иҡдисади климаты һәм граждандарҙың матди кимәле тураһында һөйләйәсәге тураһында бәйән итеп тә өлгөрҙөләр. Уҙған йыл мөрәжәғәтнамә күберәк милли проекттарға бәйле булды.

Йәнә лә демография тураһында

2000 йылдарҙа Советтар Союзы тарҡалғас, илдә тыуым да кинәт кәмене. Ә был, үҙ сиратында, Рәсәй иҡдисадына насар тәьҫир итте. Был соҡорҙан сығыр өсөн Путин саралар комплексын тәҡғдим итте.
2020 йылдың башынан тәүге һәм унан һуң тыуған балалар өсөн йәш ярымдан ике йәшкә тиклем пособие алыу өсөн билдәләнгән килем күләмен арттырыу мотлаҡ ине. Хеҙмәт министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте был мәсьәләнең ыңғай хәл ителеше тураһында хәбәр итте.
1 ғинуарҙан бындай пособие алыу ваҡытын да оҙайттылар. Элек 1,5 йәшкә тиклем генә түләнһә, хәҙер пособиены 3 йәшкә тиклем алыу мөмкинлеге бирелә.
Путиндың 2019 йылғы мөрәжәғәтнамәһендә халыҡтың фәҡирлеге темаһы ла күтәрелгәйне. Президент ҡайһы бер төбәктәргә эшкә төшөү һәм квалификацияны арттырыу өсөн адреслы ярҙам күрһәтергә саҡырҙы. Шулай уҡ ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү һәм үҙ эшеңде асыу өсөн финанс яҡтан күтәрергә өндәне. Президент һүҙҙәренә ҡарағанда бындай ярҙамды 5 йыл эсендә 9 млн кеше алыу мөмкинлегенә эйә була ала.
2020 йылдан бындай социаль контракт 21 төбәктә - Алтай, Мордовия, Татарстан, Коми, Башҡортостан, Марий Эл, Тыва, Удмуртстан, Сыуашчтан, Ҡабардин-Балҡар республикаларында; Вологод, Саратов, Нижегородск, Томск, Ивановск, Курган, Белгородск, Липецк өлкәләрендә; Алтай, Перм һәм Приморск крайҙарында тормошҡа ашырыла ла башланы. Был төбәктәрҙе финанслау өсөн 2020 йылда федераль бюджеттан 7 млрд һум аҡса бүлеү ҡаралған, тип министрлыҡта йөпләнеләр.

Ныҡ түбән ставкалы ипотека

Президент әйтеүенсә, демография мәсьәләләре ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарына ла бәйле. Шуға ла балалы ғаиләләргә ярҙам булһын өсөн Путин Үҙәк банкка ипотека ставкаһын төшөрөргә ҡушты. Башта ул 9%, унан май указына ярашлы 8% һәм унан да түбәнерәк.
РФ Үҙәк банкы сәйәсәте 2019 йылда уҡ был указды тормошҡа ашырып та ҡуйҙы: 2019 йылда ул биш тапҡырға кәмене һәм 2020 йылдың башынан был һан 6,25%-ҡа төштө.
Президент шулай уҡ 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2020 йылдың 31 декабрендә тыуған ике һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн 6%-лы льготалы ставканы ипотека түләнеү дауамында ҡалдырырға ҡушты, юғиһә ул өс йылдан 5 йылға тиклем генә ине. Был туралағы ҡарар 2019 йылдың 5 апрелендә баҫылып сыҡты.
Бер йыл элек Путин күп балалы ғаиләләргә ярҙам итер өсөн улар алған ипотеканың бюджеттан 450 меңен ҡапларға ҡушты. Был программа уҙған йыолдың 25 сентябрендә булдырылды. Уның операторы - ДОМ.РФ. 25 декабргә ҡәҙәр бындай ярҙамды 20,8 мең ғаилә алды.

Поликлиника һәм мәктәптәр

Президент фекеренсә рәсәйлеләр медицина хеҙмәтен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһына — поликлиника, фельдшер-акушер пунктары (ФАП), мобиль медицина комплекстарына ҡарап баһалайҙар. "2020 йылдың аҙағына тиклем медицина ярҙамы барыһы өсөн дә асыҡ булһын, Рәсәйҙең бар төбәгендә лә, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан", — тип Рәсәй лидеры 2019 йылдағы мөрәжәғәтнамәһендә әйтте.
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 2019 йылдың аҙағына 700-ҙән ашыу ФАП асылды. Киләһе 4 йылда беренсел звено өсөн кәрәкле ҡоролмалар һатып алынасаҡ һәм кадрҙар менән тулыландырыласаҡ.
Бынан тыш президент әйтеүенсә, медицина ярҙамының асыҡ булыуы ғына етмәй, ул комфорт менән дә булырға тейеш. Шунлыҡтан ҡайһы бер төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла һаҡсыл поликлиникалар булдырылды.
Уҙған йыл Путин онкология ауырыуҙары менән көрәшеү өсөн алдағы 6 йылда 1 трлн һум аҡса күсерелеүе тураһында әйтте. Өҫтәмә бүленгән аҡса заманса препараттар алыуға китәсәк, тип Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр. Шулай уҡ уҙған йыл башынан диагноз ҡуйыу ваҡыты ҡыҫҡартылыуы тураһында ла иҫкәрттеләр. Элек ул 30-ҙан 14 календар көнөнә тиң булһа, 2020 йылдан ул ете эш көнөнә тиклем буласаҡ.
"Земский доктор" һәм "Земский фельдшер" программалары уңышлы эшләп килә.
Читайте нас: