Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе ҡарарҙарын республикала тормошҡа ашырыу буйынса видеоконференция режимында эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
Унда Хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
– Сираттан тыш видеоконференцияның сәбәбе бөтәбеҙгә лә аңлашыла: кисә Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны, – тине Радий Хәбиров. – Шуны билдәләгем килә: мин бик күп Мөрәжәғәтнамәләр тыңланым, улар төрлө мәсьәләләргә ҡағыла ине – тышҡы сәйәсәт тә, дәүләт ҡоролошо ла. Ә быныһы, күп эксперттар белдереүенсә, кешеләр тураһында. Беҙҙең граждандар өсөн бик күп файҙалы саралар тәҡдим ителде.
Радий Хәбиров сығыштың тексын ҡарап сығырға, айырым ҡарарҙарына баҫым яһарға һәм уны тормошҡа ашыра башларға саҡырҙы.
– Мөрәжәғәтнамәлә беҙ үҙаллы ҡабул итәсәк ҡарарҙар ҙа бар. Мәҫәлән, башланғыс кластарҙа бушлай ашатыуҙы ойоштороу сроктары буйынса. Ғөмүмән, иғтибар иткәнһегеҙҙер, Мөрәжәғәтнамәнең төп тезисы "беҙҙең илдең бөйөклөгө – уның граждандарының лайыҡлы йәшәү кимәлендә" ине. Төп мәғәнә ошонда, – тине төбәк етәксеһе.
Радий Фәрит улы Мөрәжәғәтнамәне блоктар буйынса ҡарап сыҡты. Беҙҙең республикаға бәйлеләренә айырым иғтибар бүленде.