+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Ғинуар 2020, 11:05

Путин Конституцияға төҙәтмәләр индереү яҡлы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләү өсөн эш төркөмө ойоштороу хаҡындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләү өсөн эш төркөмө ойоштороу хаҡындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ Кремлдең сайтында донъя күрҙе һәм ҡул ҡуйылған мәлдән көсөнә инде.
Ил башлығы шулай уҡ был эш төркөмөнөң составын раҫланы. Унда 75 кеше – сенаторҙар, депутаттар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, бизнес һәм мәҙәниәт вәкилдәре инде. Атап әйткәндә, исемлектә сенатор Андрей Клишас, депутат Павел Крашенинников, “Русфонд” президенты Лев Амбиндер, ике тапҡыр Олимпия чемпионы Елена Иҫәнбаева, Et Cetera театрының художество етәксеһе Александр Калягин, “Касперский лабораторияһы”на нигеҙ һалыусыларҙың береһе Наталья Касперская, Башҡортостан вәкилдәренән иһә – сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, республиканың Кеше хоҡуҡтары советы ағзаһы Ирина Киркора бар.
#ВладимирПутин
Фото: commentarii.ru
Читайте нас: