Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Ғинуар 2020, 12:05

Тарихҡа инеп ҡалырлыҡ Мөрәжәғәтнамә

Дәүләт башлығы Владимир Путиндың быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тарихҡа инерлек һәм революцион тип атап та өлгөрҙөләр.#ВладимирПутин

Дәүләт башлығы Владимир Путиндың быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тарихҡа инерлек һәм революцион тип атап та өлгөрҙөләр. Ысынлап та, Владимир Владимировичтың сығышында әйтелгән тәҡдимдәр һәм ҡарарҙар Рәсәй халҡының тормошон ныҡлы үҙгәртәсәк.
Был мөһим сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та ҡатнашты. Шулай уҡ Мөрәжәғәтнамәне Дәүләт Думаһы депутаттары, төбәк етәкселәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тыңланы.

“Әсәлек капиталы” – беренсе балаға!
Быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең төп йүнәлеше демография булды.
– Рәсәйҙең яҙмышы демогра­фияға бәйле. Әлеге ваҡытта илдә тыуым күрһәткесе буйынса бер ҡатынға 1,5 бала тура килә. Беҙҙең өсөн был бик аҙ, – тине Владимир Путин.
Президент ҡуйған бурыстар­ҙың иң мөһиме әсәлек һәм балалыҡҡа ярҙамға арналды. Әсәлек капиталы хәҙер беренсе балаға ла бирелә башлаясаҡ! Быйыл уның күләме индексациянан һуң 466 мең һум тәшкил итә. Был 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған беренсе балаға ҡағыласаҡ.
Владимир Путин икенсе балаһы тыуған ғаиләләрҙең хәлен дә яҡшы аңлай. Уларға аҡсаның күберәк кәрәклеге һәр кемгә билдәле, шуға күрә икенсе балаһы тыуған ғаиләләр өсөн әсәлек капиталы күләме 150 мең һумға артасаҡ. Ул 616 мең 617 һум тәшкил итәсәк.
Тағы бер яҡшы хәбәр – өсөнсө бала тапҡандар ҙа мәхрүм ҡалмаясаҡ: бындай ғаиләнең ипотекаһының 450 мең һумы ҡапланасаҡ. “Әсәлек капиталы” программаһы кәмендә 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтылды. Уны артабан да дауам итеү мөмкинлеге ҡараласаҡ.
Президент белдереүенсә, иле­беҙҙә ярлылыҡ сигендә йәшәгән балалы ғаиләләр ҙә күп. Хәҙер улар өсөн дә ярҙам сараһы ҡаралды.
Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булғандар ҙа айлыҡ пособие аласаҡ. Был ғаиләнең килеме бер кешегә йәшәү минимумынан түбән булғандарға ҡағыла.
“Түләүҙәрҙе 2020 йылдың 1 ғинуарынан ала башлаясаҡтар”, – тине Владимир Путин. Президент белдереүенсә, бындай түләүҙе алыу өсөн ғариза биреү ҙә етә, процедура ҡатмарлы булмаҫҡа тейеш.
Беренсе этапта пособиеның күләме 5,5 мең һум буласаҡ. Ә киләсәктә уны йәшәү минимумына – 11 мең һумға – еткереү мөмкинлеге ҡараласаҡ.

Мәктәптә бушлай туҡланыу
Мөрәжәғәтнамәләге яҡшы яңылыҡтар бының менән генә бөтмәне. Хәҙер башланғыс кластарҙа уҡыған балалар бушлай туҡланасаҡ. Был бөтәһенә лә ҡағыла.
– Ярлы ғаиләләрҙә йәшәгән балалар үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаҫҡа тейеш. I кластан IV класҡа тиклемге мәктәп уҡыусылары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителәсәк, – тине Владимир Путин.
Владимир Владимирович белдереүенсә, ҡарарҙы тор­мошҡа ашырыуға әҙер мәк­тәптәрҙә яңылыҡ быйыл 1 сентябрҙән ғәмәлгә инә. Баш­ҡалар 2023 йылдың 1 сен­тябренән да һуңға ҡалмаҫҡа тейеш.
Был йәһәттән шуны әйтергә кәрәк: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо мәсьәләгә алдан уҡ ныҡлы иғтибар биргәйне. Һәм ул белдереүенсә, беҙ был эште киләһе уҡыу йылынан башлаясаҡбыҙ.
Ошонда уҡ мәктәпкә ҡағы­лышлы тағы бер яҡшы яңы­лыҡты әйтеп китәйек. Ул уҡы­тыусылар хеҙмәтенә арналды.
– Класс етәксеһе булыу – ул бик ҙур яуаплылыҡ һәм уҡыусылар менән көндәлек аралашыу. Шуға күрә бындай эш махсус түләнергә тейеш, – тине Владимир Путин.
Шулай итеп, 2020 йылдың 1 сентябренән класс етәкселәре өсөн махсус өҫтәмә түләү индерелә. Уның күләме биш мең һумдан да кәм булмаясаҡ. Владимир Владимирович белдере­үенсә, бындай түләү тәү ҡара­маҡҡа төбәктәр бурысы кеүек, әммә “класс етәксеһе – ул тәр­биәсе”, тимәк, федераль функция. Шулай булғас, аҡса федераль бюджеттан түләнәсәк. Бынан тыш, Путин әйтеүенсә, быға тиклем булған бар түләүҙәр ҙә мотлаҡ һаҡланырға тейеш.

Мәғариф, медицина, экология...
Мөрәжәғәтнамәлә башҡа бик күп мөһим мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Мәҫәлән, вуздарҙа бюджет урындарын арттырыу тигәне бар. Был эштә өҫтөнлөк төбәк юғары уҡыу йорттарына бирелергә тейеш. Медицина университеттарында маҡсатлы бюджет урындарын күбәйтергә тәҡдим ителде.
Һаулыҡ һаҡлауға ҡағылып, Владимир Путин көстө беренсел звеноны нығытыуға һалырға ҡушты. Был фельдшер-акушерлыҡ пункттарына бәйле. Шуныһын билдәләргә кәрәк, Президент әйткәндәрҙең күбеһе беҙҙең республикала быға тиклем үк тормошҡа ашырыла башлағайны. Радий Хәбиров был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирә.
Экология мәсьәләһе лә ситтә лә ҡалманы. Уға ҡағылып, Владимир Путин полигондарға килгән ҡалдыҡтар күләмен кәметергә кәрәклеген әйтте. Сүп-сарҙы айырып йыйыу система­һын әүҙемерәк индереү һәм ҡулланыу зарур.

Конституцияға үҙгәрештәр индерелеүе ихтимал
Быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең тағы бер үҙенсәлеге шунда: Владимир Путин Конституцияға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте. Мәҫәлән, Рәсәйҙең хоҡуҡи киңлегендә Конституцияның өҫтөнлөгөн нығытып ҡуйыу. “Шулай ителһә, халыҡ-ара ҡануниәт талаптары беҙҙең Конституцияға ҡаршы килмәгән осраҡта ғына ғәмәлдә буласаҡ”, – тине был турала Владимир Путин.
Субъект башлыҡтары, депутаттар, Федерация Советы ағзалары, башҡа органдар етәкселәре һәм судьялар өсөн сит ил гражданлығы йәки башҡа илдә йәшәүгә рөхсәте булмаҫҡа тейеш тигән мотлаҡ талап Конституцияла нығытылырға тейеш. “Дәүләт хеҙмәтенең төп миссияһы тап хеҙмәт итеүҙә. Һәм ул, чиновник, үҙенең тормошон мәңгегә Рәсәй менән бәйләргә тейеш”, – тине Владимир Путин.
Ил Президенты өсөн дә талаптарҙың үҙгәреүе ихтимал. Кандидат 20 йылдан ашыу Рәсәйҙә даими йәшәргә, сит ил гражданлығы һәм унда йәшәүгә рөхсәте булмаҫҡа тейеш. Был һайлауҙа ҡатнашыу осоронда ғына түгел, ғөмүмән, шулай булырға тейеш.
Парламенттың хоҡуҡтары артыуы ихтимал. Дәүләт Думаһына Хөкүмәт етәксеһен, вице-премьерҙар һәм федераль министрҙарҙы раҫлау хоҡуғын тапшырыу ҡарала. Әле беҙҙә Хөкүмәт составын президент раҫлай, үҙгәрештәр ҡабул ителһә, ул парламент тәҡдим иткән кандидаттарҙы раҫлаясаҡ.
Бынан тыш, Владимир Путин Төп документта Дәүләт Советы­ның статусын һәм ролен нығы­тырға һәм урындағы үҙи­дараның вәкәләттәрен киңәй­тергә тәҡдим итә. Был үҙгә­рештәр пакеты буйынса Рәсәйҙә бөтә халыҡ тауыш биреүе үткәрәсәктәр.
Владимир Путиндың быйыл­ғы Мөрәжәғәтнамәһе бер сәғәттән ашыу дауам итте. Беренсе тап­ҡыр ул Федераль Йыйылышҡа йыл башында еткерелде. Бының сәбәбе билдәле – тиҙ арала ҙур социаль, иҡтисади һәм технологик бурыстарҙы үтәй башларға кәрәк.

Хөкүмәт – отставкала
Мөрәжәғәтнамәнән һуң тағы бер ҙур яңылыҡ билдәле булды – Рәсәй Хөкүмәте тулы составта отставкаға китте.
Премьер-министр Дмитрий Медведев фекеренсә, Президент­тың Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә бәйле тәҡдиме айҡанлы Хөкүмәттең отставкаға китеүе – дөрөҫ ҡарар. Был турала ул Владимир Путиндың Министрҙар кабинеты вәкилдәре менән осрашыуы мәлендә белдерҙе.
Дмитрий Медведев һүҙҙәре буйынса, Мөрәжәғәтнамәләге бөтә тәҡдимдәр ҡабул ителһә, Конституцияның статьяларына ғына түгел, дөйөм алғанда, власть балансына ҙур үҙгәрештәр индереләсәк. Бында һүҙ баш­ҡарма, ҡануни һәм суд власы тураһында бара.
– Бындай шарттарҙа, Консти­туцияның 117-се статьяһына ярашлы, Хөкүмәт отставкаға китә, – тине ул.
Владимир Путин кабинет ағзаларының һәр береһенә рәхмәт әйтте һәм яңы Хөкүмәт булдырылғансы үҙ бурыстарын тулы күләмдә үтәүҙе һораны.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Дмитрий Медведевҡа Именлек Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын тәҡдим итәсәктәр. Әлеге Хөкүмәт 2018 йылдың 18 майында формалашҡайны. Уның составында рәйестең ун урынбаҫары, шул иҫәптән бер вице-премьер, һәм 22 министр бар.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:
– Мөрәжәғәтнамәнән шундай яҡшы кәйеф менән ҡайтып барам. Хәҙер беҙ балалар тәрбиә­ләгән һәм бай йәшәмәгән ғаилә­ләребеҙгә нимә көтөргә икәнлеген ҙур ышаныс менән әйтә алабыҙ. Әсәлек капиталы арта, өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға ла пособие түләүҙәре бик яҡшы.
Был бик ҙур проблема ине: өс йәш тулғас, балаларҙың пособиеһы бөтә, ә ата-әсәнең сығымдары арта. Тағы бер мөһим әйбер: минең башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптә ашауҙы бушлай яһарға саҡ ҡына ҡыйыулығым етмәгәйне. Ҡыуа­нысҡа, Президент бындай ҡарарҙы ҡабул итте.
Мөрәжәғәтнамәнең икенсе блогы ла бик мөһим. Президент ил үҫешендә төбәктәр һәм губернаторҙар ролен нығытыуға аныҡ сигнал бирҙе. Быларҙың барыһы ла – Конституцияға үҙгәрештәр индереү нигеҙендә. Был Дәүләт Советы нигеҙендә федераль структуралар менән бәйләнештә бюджет заказын формалаштырғанда беҙҙең хоҡуҡтарҙы арттыра, төбәк юғары уҡыу йорттарын үҫ­тереүҙә мөмкинлектәрҙе ҙу­райта.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:
– Владимир Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә төп фекер ил халҡын һаҡлау һәм арттырыу буйынса өҫтәмә сараларға йүнәл­телә.
Президенттың Мөрәжәғәт­намәһе төрлө өлкәләргә ҡағыла. Әммә илдәге һәр кешегә ҡағылған мәсьәләләргә – әсәлек капиталын арттырыуға һәм уның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыуға, яслелә өҫтәмә урындар булдырыуға, башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыуға, өс – ете йәшлек балалар өсөн пособиены ғәмәлгә индереүгә, ФАП-тар төҙөүгә һәм башҡаларға иғтибарҙы йүнәлтергә теләр инем. Бындай киҫкен ярҙам саралары яңы Рәсәй тарихында ғына түгел, хатта СССР осоронда ла юҡ ине.

Илдар БИКБАЕВ, Рәсәй Дәүләт Дума­һы депутаты:
– Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, иҡ­тисад, дәүләт ҡоролошо мәсьә­ләләре ситтә ҡалмаған. Ләкин мин, халыҡ һайлаған вәкил булараҡ, иң элек дәүләт башлығының тарихи бурысыбыҙға – илдәге демография мәсьәләләренә иғтибар итеүен билдәләргә теләйем. Үҙенең сы­ғышында Рәсәй Президенты халыҡҡа мөһим социаль ярҙам сараларын, фәҡирлеккә ҡаршы көрәш һәм кешеләрҙең килемен арттырыу алымдарын тәҡдим итте.

Константин ТОЛКАЧЕВ, Баш­ҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Демографик көрсөктө еңеү, граждандарҙың реаль килемен арттырыу, балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, мәғариф системаһын замансалаштырыу кеүек бик ҙур маҡ­саттар ҡуйылды.
Президенттың бөгөнгө сығышының күп тезистары тарихҡа инәсәк. Был, тәү сиратта, беренсе бала өсөн әсәлек капиталы түләү, уның суммаһын арттырыу, өсөнсө бала тапҡан ғаиләләргә ипотека кредитының 450 мең һумын ҡаплау, был программаны кәмендә 2026 йылға тиклем оҙайтыуға ҡағыла. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға ете йәшкә тиклем пособие түләү, башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыу, класс етәкселәренә өҫтәмә түләү кеүек тәҡдимдәр ҙә бик мөһим. Владимир Путин тәҡдим иткән ошо һәм башҡа социаль сәйәсәт өлкәһендәге саралар миллионлаған Рәсәй ғаиләһе мән­фәғәтенә ҡағыла, уны илебеҙҙә йәшәгән һәр кем ыңғай ҡабул итер.
Быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең эстәлеге Рәсәй Конституцияһын камиллаштырыуға бәйле тәҡ­димдәр йәһәтенән дә үҙенсәлекле булды.

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары:
– Тарихи көн, тип әйтһәм, һис арттырыу булмаҫ! Рәсәй Президенты борсоған меңдәрсә һорауға яуап бирҙе, иң киҫкен проблемаларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.
Йәмәғәтселекте ҡабул итеү сараларына тап ошондай мәсьәләләр менән киләләр. Мәҫәлән, уҡыу­сыларҙы бушлай туҡландырыуҙы ғына алайыҡ, быны күпме көттөк беҙ.
Беҙ артырға тейешбеҙ һәм мотлаҡ артасаҡбыҙ, хәҙер быға шик юҡ! Киләсәктә Конституцияға һәм башҡа закондарға үҙгәрештәр индереү буйынса башланғыстарҙы тикшереү, илгә идара итеү систе­маһын үҙгәртеү, һәр беребеҙ һәм ҙур илебеҙ өсөн өр-яңы мөмкинлектәр, пландар көтә.
Читайте нас в