+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Ғинуар 2020, 11:10

В. Путин йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашты

Рәсәй президенты Владимир Путин Липецк өлкәһе Усман ҡалаһында йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашып, Рәсәй граждандарына социаль ярҙам сараларына ҡағылышлы һорауҙар буйынса әңгәмәләште, фекерҙәрен тыңланы.

Әлеге беҙҙең осрашыу үткән, Усман ҡалаһы бәләкәй, 20–25 мең кеше йәшәгән, үҫешкән ҡала, бында һаулыҡ өлкәһенә иғтибар ҙур икәне күренә. Ошонан алда яңы сафҡа ингән балалар поликлиникаһында булдыҡ, 5 айҙа төҙөлгән. Шуныһы мөһим, бар яҡтан заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған, медицина персоналы тулы, тип һүҙ башланы В. Путин. Осрашыуҙа илдәге демографияға, медицинаға, социаль түләмдәргә, Конституцияны үҙгәртеүгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе ил Башлығы. Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән инициативаларҙы бойомға ашырыуға яуаплылар уның үтәлешен оҙаҡҡа һуҙырға тейеш түгелдәр. Был төп талап, тип белдерҙе һүҙ аҙағында Владимир Путин.
Читайте нас: