-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Февраль 2020, 11:00

Владимир Путин Сыуашстан башлығын ниңә вазифаһынан бушатты?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьевты, “ышанысты юғалтыу сәбәпле”, отставкаға ебәрҙе.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьевты, “ышанысты юғалтыу сәбәпле”, отставкаға ебәрҙе. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу бурысы Олег Николаевҡа йөкмәтелде. Сыуашстан башлығын һайлау 2020 йылдың 13 сентябренә тәғәйенләнде.
Мәғлүм булыуынса, 24 ғинуарҙа Михаил Игнатьев янғын һүндереүселәргә яңы машина асҡыстарын тапшырғайны. Сарала ул, бер асҡысты юғары күтәреп, янғын һүндереүсене уны һикереп алырға мәжбүр итте. Ошо ҡылығы өсөн республика етәксеһен “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалығынан сығарҙылар. Шулай уҡ Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Евгений Зиничев та уны тәнҡитләп сыҡты.
Әйткәндәй, Михаил Игнатьев ҡатнашлығындағы бындай хәлдәр ҡабатланып тора. Күптән түгел ул власты тәнҡитләгән журналистарҙың һәм блогерҙарҙың “кәрәген бирергә” саҡырғайны. Һуңыраҡ иһә был һүҙҙәре өсөн ғәфү үтенде.
Фото: cheb.mk.ru
Читайте нас: