+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Февраль 2020, 10:40

Сиктәр ябылды

Ҡытайҙа бөгөн 304 кеше короновирус ҡорбаны булған

Ҡытайҙа сыҡҡан хәүефле вирус беҙҙең илдә таралмаһын өсөн РФ Хөкүмәте бөтә сараларҙы ҡуллана. Ҡытай туристарына визаһыҙ Рәсәйгә инеү ваҡытлыса туҡтатылды. Бөгөнгө көндән Алыҫ Көнсығыш иленә поезд рейстары ла ябылды. Авиакомпаниялар маршруттары 1 февралдән үк туҡтатылды.
«Иң мөһиме, зарарланған кешеләрҙең Рәсәйгә инеү осраҡтарын кәметеү, уларҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау һәм карантинға алыу, медицина ярҙамы күрһәтеү», — тиҙәр Роспотребнадзорҙа.
Бынан тыш, Владимир Путин әлеге ваҡытта Ҡытайҙа булған Рәсәй граждандарын сығарырға ҡушты һәм кәрәк икән, был маҡсатта Хәрби һауа көстәренең һауа судноларын файҙаланығыҙ, тине.
Ҡытайҙа бөгөн 304 кеше короновирус ҡорбаны булған, беҙҙең илдә Байкал аръяғы һәм Төмән өлкәһендә зарарланған ике кеше асыҡланған.
REUTERS хеҙмәте фотоһы.
Читайте нас: