Депутат әйтеүенсә, милли проекттар илдең ресурстарын, потенциалын стратегик үҫеш маҡсаттарына йүнәлтергә мөмкинлек бирә.
“Бөгөн беҙ милли проекттарҙың сираттағы этабын тормошҡа ашырабыҙ, — тине ул. — Президент күрһәткән өҫтөнлөклө йүнәлештәр халыҡ тарафынан да хуплау таба. Шуға күрә милли проекттарҙы өҫтөнлөклө дәүләт сәйәсәте булараҡ, ил Конституцияһына индереү ҡамасауламаҫ ине”.