Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Февраль 2020, 11:40

Милли проекттар тураһында халыҡ күберәк белергә тейеш

Рәсәй президенты Владимир Путин илебеҙ халҡы милли проекттарҙың бойомға ашырылыуы тураһында яҡшыраҡ белергә тейеш, уның барышы тураһында мәғлүмәтте яҡшыртасаҡбыҙ, тине.#ВладимирПутин

Рәсәй президенты Владимир Путин илебеҙ халҡы милли проекттарҙың бойомға ашырылыуы тураһында яҡшыраҡ белергә тейеш, уның барышы тураһында мәғлүмәтте яҡшыртасаҡбыҙ, тине.
Был турала ул Санкт-Петербург ҡалаһы халҡы менән осрашыу ваҡытында белдерҙе. « Беҙ милли проекттар тураһында күп һөйләйбеҙ. Рәсәй халҡы уны үҙ тормошонда яҡшыға үҙгәреүҙә тойорға тейеш. Тимәк, беҙ ҙур проекттар тураһында халыҡҡа аңлатып, уларҙы яҡшыраҡ бойомға ашырырға тейешбеҙ»,– тине ил башлығы. Петербург ҡалаһы халҡы менән аралышыу барышында президент уларҙың эш хаҡына ҡағылышлы, бер кешегә килеме йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләргә ярҙам, инвалидтар пенсияһына ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе. « Инвалидтарҙың пенсияһын арттырасаҡбыҙ»,– тине Владимир Путин.
Әйткәндәй, 2019 йылдың сентябрендә статистик хеҙмәттәр үткәргән һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 30,6 проценты илдәге барған милли проекттар тураһында белмәгән.
Читайте нас в