Бөгөн, 5 мартта Рәсәй президенты Владимир Путин беҙҙең илгә эш сәфәре менән килгән Төрөк республикаһы президенты Рәжәп Эрдоган менән осрашасаҡ.
Ике ил башлығы Сүриәлә Идлиб зонаһында хәҙерге ваҡытта хәлдәрҙең киҫкенләшеүен иҫәпкә алып, был провинцияла һуғышты туҡтатыу юлдарын ҡараясаҡтар.
Бынан алда Рәсәйҙең оборона министрлығы төрөктәрҙең Сүриәлә был зонала тыныслыҡ урынлаштырыуға үҙҙәренә алған халыҡ–ара йөкләмәләрен үтәмәүҙә ғәйепләгәйне.