Владимир Путин Яңы Огарево резиденцияһында эре инвесторҙар менән осрашты.
Һөйләшеү барышында Рәсәй Президенты, дәүләт, инвесторҙар өсөн барлыҡ шарттар булдырасаҡ, шул иҫәптән административ һәм хоҡуҡ һаҡлау структураларының артыҡ баҫымынан азат итеү буйынса ла эшләйәсәк, тине.
«Бөгөнгө көндә беҙҙең өсөн иң мөһиме шунда, һеҙ илебеҙҙең юғары технология талап иткән өлкәләрен үҫтереүгә күп аҡса һалаһығыҙ, бының менән иҡдисадтың инновацион юлдан үҫеүенә, структураһын төптән үҙгәртеп, яңы юнәлеш алыуына булышлыҡ итәһегеҙ», – тип билдәләне.