Белеүегеҙсә, илебеҙ өсөн бынан алты йыл элек бик мөһим ваҡиға булғайны. Ҡырым һәм Севастополь ҡалаһы Рәсәй менән ҡушылыуы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. «Был ғәҙел һәм күптән көтөлгән Ҡырым һәм бөтә Рәсәй халҡы өсөн хәл булды. Һеҙҙең менән осрашыу алдынан ғына мин Ҡырым күперен төҙөүселәрен бүләкләп, ҡотлап киттем. Минең уйлауымса, беҙҙең өсөн был күперҙе төҙөү, иң сағыу, ысынлап та, бик әһәмиәтле ваҡиға булды. Ҡырым һәм Севастополь ҡалаһының Рәсәйгә ҡушылыуын күрһәтеүсе символға әйләнде», – тип билдәләп китте В.Путин.