Төҙәтмәләрҙә күрһәтелгән пункт — сит ил граждандарына йәки сит илдә гражданлыҡҡа дәғүә итеүселәргә Рәсәйҙә юғары вазифа биләүгә сикләү булдыра. Был федераль депутаттарға, премьер-министрҙарға, министрҙарға, ведомстволар етәкселәренә, губернатор һәм судьяларға ҡағыла. Мәҫәлән, РФ Президенты вазифаһына кандидат илдә 25 йыл дауамында даими йәшәргә һәм сит ил гражданлығына дәғүә итмәҫкә тейеш. Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәй составына күптән түгел индерелеүе сәбәпле, уларға бындай тыйыу юҡ. Ҡырымда һәм Севастополдә йәшәүселәр тулы хоҡуҡ менән илдәге юғары вазифаларға дәғүә итә ала, тип белдерҙе Президент.