Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Апрель 2020, 14:16

“Төп закон кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш”

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова фекеренсә, айырыуса һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль аспекттар мөһим.

Уның әйтеүенсә, айырыуса һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль аспекттар мөһим. “Мин, үҙ илемдең гражданы булараҡ, Конституциянан тик ыңғай үҙгәрештәр көтәм, әлбиттә. Ошо дәүләттә кеше төп звено булырға, һәм бөтә закондар ҙа, иң мөһиме, дәүләттең Төп законы, тап кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш”, – тине ул.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү, коронавирусҡа бәйле, билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде.
Читайте нас в