Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Апрель 2020, 10:45

Рәсәйлеләр ипотека менән ҡыҙыҡһынмай башлаған

Рәсәй Президенты Владимир Путин рәсәйлеләрҙең ипотекаға булған ҡыҙыҡһыныуҙарының кәмеүен билдәләй. Был турала Кремлдең сайтында хәбәр ителә.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин рәсәйлеләрҙең ипотекаға булған ҡыҙыҡһыныуҙарының кәмеүен билдәләй. Был турала Кремлдең сайтында хәбәр ителә.
Дәүләт башлығы айҙың тәүге аҙнаһында Рәсәй банктарында торлаҡ кредиттары һанының киҫкен кәмеүен билдәләй. Был, бер һүҙһеҙ, төҙөлөш тармағында сағылыш табасаҡ.
Тик, Президент фекеренсә, был көтөлмәгән хәл түгел. “Беҙ хәлдең ниндәй боролош аласағын аңлай инек. Нимәләр булырын алдан белеп, ҡайһы ваҡытта ауырлыҡтар менән осрашасағыбыҙҙы ла аңлап торҙоҡ”, - ти ул.
Элегрәк Дәүләт думаһына торлаҡ кредиттарының тулы хаҡын сикләүҙе күҙаллаған закон проектын индергәйнеләр. Әлеге ваҡытта был сикләү тик ҡулланыусылар кредиттарына ҡарата ғына ғәмәлдә. Шул сәбәпле ҡайһы бер банкирҙар ипотеканың хаҡын күтәрергә мөмкин инеләр.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Читайте нас в