-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Апрель 2020, 11:25

Бындай ҡарар еңел бирелмәне — 9 майҙа Еңеү парады булмаясаҡ

Хәүефһеҙлек Советы ағзалары ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин Еңеү парады ваҡытын күсереү хаҡында белдерҙе.#ВладимирПутин

— Илебеҙҙә йәшәүсе һәр ғаилә, һәр быуын өсөн иң мөһим, иң изге байрамдарҙың береһе — 9 май етеп килә, уға айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалды. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә быйыл 75 йыл. Бындай ҙур датаға әҙерлекте беҙ күптән, федераль кимәлдә һәм бөтә төбәктәрҙә башлағайныҡ. Еңеү көнөнә арналған тантаналарҙан Рәсәйҙә йәшәүсе бер кем дә ситтә ҡалмағанлығын беләһегеҙ.
9 майҙа беҙ фашист нацистарына ҡаршы алышып, ил азатлығы өсөн, донъяла бындай һуғыштар ҡабатланмаһын өсөн һәләк булған, еңеү менән ҡайтҡан атай-олатайҙарыбыҙҙы, ҡаһарман совет һалдаттарын айырыуса бер хөрмәт менән ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ. Улар төшөндөргөн әхлаҡи ҡиммәттәр һәр бер быуын өсөн көнүҙәклеген юғалтмай. Ошо ҡиммәттәрҙе беҙ түкмәй-сәсмәй һаҡлап, йәштәргә, балаларға еткерергә бурыслыбыҙ. Был беҙҙең хәтер һәм ул мәңгелек, — тине сығышында Президент. — Байрамға бер айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалды. Әммә бөгөнгө шарттар, Ер шарындағы ауыр эпидемиологик хәл беҙҙе ҙур һынау алдына ҡуйып, ауыр ҡарар ҡабул итергә мәжбүр итә. Эпидемияның иң көслө ваҡыты әле етмәгән, ошондай хәүефле осорҙа парадҡа әҙерләнеү тураһында бойороҡ бирә алмайым.
Шуға күрә РФ Оборона министрлығына, бөтә власть органдарына Еңеү парадын күсерергә тәҡдим итәм. Ҡыҙыл майҙанда ла, төбәктәрҙә лә Бөйөк байрамыбыҙ айҡанлы планлаштырылған күп кеше ҡатнашлығындағы саралар кисектерелеп тороласаҡ.
«Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашырға әҙерләнгән һәр бер Рәсәй гражданына ла мөрәжәғәт итәм: һеҙҙең тйоғоларығыҙҙы аңлайым, сөнки үҙем дә «Үлемһеҙ полк»та йыл һайын ҡатнашам. Тап 9 май һәр беребеҙ өсөн Еңе- көнө икәнлеген дә беләм. Был көн мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә. Был көндө күсереп тә, үҙгәртеп тә, онотоп та булмай. Һәм Еңе көнө һәр ғаиләлә хәтер һәм дан көнө булараҡ билдәләнәсәк, әммә майҙандарға сыҡмай торабыҙ. Ветерандарыбыҙ беҙҙең иғтибарҙы, ихтирамды тойһон өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Бөтә кешелеккә янаған хәүеф менән эҙмә-эҙлекле көрәшеү өсөн ошондай ауыр ҡарарҙы ҡабул итергә тура килә. Коронавирусты еңеп сыға алһаҡ, 9 майға планлаштырылған бөтә саралар — Еңеү парады, «Үлемһеҙ полк» мотлаҡ быйыл, тантаналы рәүештә уҙғарыласаҡ. Быйылғы йыл Хәтер һәм дан йылы икәнлеген онотмайыҡ. Тарихи дөрөҫлөктө юғалтмаясаҡбыҙ.
Читайте нас: