+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Апрель 2020, 18:40

Ситтән тороп тауыш биреү булмаясаҡ

Рәсәй Дәүләт Думаһында Конституцияларға төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү ситтән тороп үткәрелеүе мөмкин түгел, тип белдерҙеләр.

— Пандемияға һылтанып, ситтән тороп тауыш биреү алымы, граждандарҙың ышанысын юғалтыуға килтерәсәк, — тине Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе Павел Крашенинников.
Белеүегеҙсә, бөгөн — 22 апрелдә Рәсәй Конституцияһына индереләсәк төҙәтмәләр өсөн тауыш бирергә тейеш инек. Әммә эпидемия арҡаһында был датаны күсреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
П. Крашенинников фекеренсә, халыҡ тауыш биреү процедураһында шәхсән ҡатнашырға һәм уның һөҙөмтәләрен үҙ күҙҙәре менән күрергә тейеш. Шуға күрә, эпидемиологик хәлдең яҡшырыуын көтөү шарт.
Читайте нас: