Уның һүҙҙәренсә, Мәскәүҙәге Еңеү парады Рәсәйҙәге коронавирусҡа бәйле хәлдәр яҡшырғас, мотлаҡ буласаҡ. Еңеүҙең 75 йыллығына планлаштырылған башҡа сараларҙа үтәсәк. « Ҡыҙыл майҙандағы төп парадты ла, «Үлемһеҙ полк» маршын да үткәрәсәкбеҙ. Беҙ, илдә пандемияға бәйле хәл торош халыҡ өсөн хәүефһеҙ булғас, бигерәк тә, беҙҙең ветерандарыбыҙ өсөн, Бөйөк Еңеүгә бағышланған барлыҡ юбилей сараларын лайыҡлы билдәләйәсәкбеҙ», – тип билдәләне Президент.