Владимир Путин коронавирус хәленә бәйле Рәсәй Хөкүмәте кәңәшмәһен үткәрҙе.
Кәңәшмәнең беренсе өлөшөн йомғаҡлап, Президент Хөкүмәт ағзаларынан граждандарға күрһәтелеүсе ярҙам саралары тураһында мәғлүмәтте киңерәк бирергә кәрәклеген һәм ярҙам итеү ысулдары уңайлы булырға тейешлеген талап итте.
Видеоконференцияның икенсе өлөшө эпидемияны сикләү режимынан сығыу этабына арналды. Президент билдәләүенсә, Рәсәйҙең төбәктәрендә коронавирус таралыу хәле төрлөсә.
«Ҡайҙалыр был сикләүҙәрҙе, ҡатыраҡ итеп һаҡларға һәм хатта тулыландырырға кәрәктер. Ә ҡайҙалыр бәлки, сараларҙы йомшартырға булалыр», — тине ул.
В. Путин төбәк етәкселәренә Роспотребнадзор һәм ғалимдарҙың тәҡдимдәренә таянып, артабан сикләү саралары буйынса эш итергә саҡырҙы.