Уның билдәләүенсә, һуңғы арала Рәсәйҙәге коронавирусҡа бәйле хәлде иҫәпкә алып, халыҡҡа һәм бизнесҡа ҙур ярҙам төрҙәре тәҡдим иткәйнек. «Ошо яңылыҡтан һуң, икенсе көнөнә миллиондан ашыу кеше «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша 16 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр өсөн бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумлыҡ ярҙам алыуға ғариза бирҙе. Һәм был портал бындай мөрәжәғәт күләмен эшкәртә алманы. Хәҙер был йүнәлештә Элемтә министрлығы эште яйға һалыу буйынса эштәр алып бара, ләкин киләсәктә бындай хәлде булдырмаҫ кәрәк», – тине Владимир Путин.