+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Июнь 2020, 12:16

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереү — заман талабы

Республиканың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе , “Халыҡ контроле” федераль төбәк проекты координаторы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһында үҙ фекерен белдерҙе

Республиканың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе , “Халыҡ контроле” федераль төбәк проекты координаторы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһында үҙ фекерен белдерҙе:
“Конституцияға төҙәтмә индереү 1 июлгә тура килә. Бында бер ниндәй ҙә феномен юҡ, барыһы ла законлы. 20 йыл барышында ил үҫешенә хеҙмәт иткән В. В. Путиндың эш һөҙөмтәләре асыҡлана. Эшҡыуарлыҡ үҫешенә ярҙам итеү, хеҙмәт урындарын һаҡлап ҡалыу саралары кеше хоҡуғын яҡлаған Конституцияла сағыла. Ғаиләләрҙә үҫеп килеүсе балаларға түләмдәр менән ярҙам итеү дәүләттең хәстәрлеген күрһәтә.
Һаулыҡ һаҡлау системаһының вирус менән көрәшеүе — барыһы өсөн дә медицина мөмкинлектәрен аса. Коронавирус бөтә донъяны үҙгәртте, шул уҡ ваҡытта Рәсәй ҙә ситтә ҡалманы. Барыһы ла тормошҡа яраҡлашып, яңы пландар ҡора. Конституцияға төҙәтмә индереү — киләсәк тураһында уйлау. Был кешеләрҙең яҡшы тормошо өсөн заман талабы.”
Читайте нас: