Илебеҙ мөһим ваҡиғаға әҙерләнә - 1июлдә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө уҙасаҡ. Шул иҫәптән Президент Владимир Путин тәҡдиме менән индерелгән дәүләт органдары араһында вәкәләттәрҙе бүлеүгә ҡағылышлы төҙәтмә өсөн дә.
Айырып әйткәндә, Рәсәй Дәүләт Думаһының вәкәләттәре бер ни тиклем артасаҡ. Мәҫәлән, әгәр быға тиклем Хөкүмәттең бөтә ағзалары ла Президент указы буйынса тәғәйенләнһә, ә Конституцияға төҙәтмәләр үҙ көсөнә ингәс, Дәүләт Думаһы раҫламайынса Премьер-министр урынбаҫары һәм министрҙар ҡуйылмаясаҡ, көс структураларыныҡынан тыш. Шулай итеп, Дәүләт Думаһы депутаттарының Хөкүмәт составына тәьҫир итеү мөмкинлеге тыуа.
Был үҙгәреш буйынса Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты, философия фәндәре кандидаты Михаил Бреслер "Спутник FМ" радиостанцияһына биргән әңгәмәһендә былай тип белдерҙе: "Дәүләт Думаһының вәкәләттәрен арттырыу - халыҡ вәкилдәренең өҫтөнә ятасаҡ өҫтәмә яуаплылыҡ. Был үҙ сиратында халыҡта депутаттарҙы һайлауға яуаплыраҡ ҡараш тыуҙырасаҡ. Уларҙы һайлағанда закондар базаһын төҙөүселәр генә булмаясаҡтарын, депутаттарҙың шулай уҡ Хөкүмәт составына ла әүҙем йоғонто яһағандарын аңлайбыҙ, йәғни уларҙың эшенең киләсәктә илебеҙҙең нисек үҫешәсәгенә булышлыҡ итәсәген. Конституцияға төҙәтмәләр тауыш биреүҙә ҡабул ителһә, беҙ инде алдағы Дәүләт Думаһына һайлауҙа уҡ халыҡ вәкилдәре булырға теләгән кандидаттарға мөнәсәбәтте күрәсәкбеҙ, граждандар тауыш биреүгә яуаплыраҡ ҡараясаҡ".
Мәғлүм булыуынса, Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү 25 июндән 1 июлгә тиклем барасаҡ. Коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең яңы тәртибен әҙерләне. Һайлау участкаларына килмәйенсә тауыш бирергә мөмкин - өйҙә һәм электрон рәүештә.
Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүенсә, 96 мең һайлау участкаһы "төп" булып ҡаласаҡ. Өҙлөкһөҙ эшләгән предприятиеларҙа һәм дауаханаларҙа өҫтәмә участкалар буласаҡ. Өйҙә тауыш биреү өсөн һайлау комиссияһына шылтыратыу һәм үҙегеҙгә уңайлы ваҡытты билдәләү ҙә етә.
Рәсәй Президенты указы менән 1 июль илдә ял көнө тип иғлан ителде.