Хөкүмәт ағзаларының ауыр шраттарҙа нәтижәле эшләүен билдәләп, 90-сы йылдар менән сағыштырғанда, күпкә еңелерәк кисерә алдыҡ, тине ул.
«Әлегә иҡтисадты нығытыу өҫтөндә эшләргә лә эшләргә кәрәк, шулай ҙа юғалтыуҙар бик аҙ булыр тип уйлайым».
Хөкүмәт был осорҙа төп көстө халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтте. Аҙ тәьмин ителгән ҡатламдан тыш, илдә йәшәүсе барлыҡ ғаиләләргә лә, матди ҡыйынлыҡтар кисергә эшҡыуарҙарға аҡсалата түләмдәр хәлде тотороҡло тоторға мөмкинлек бирҙе.
Коронавирус менән сирлеләр һаны буйынса Рәсәй донъяла өсөнсө урында торһа ла, был сирҙән вафат булыусылар һаны беҙҙә иң аҙы. Президент үҙе өс-дүрт көн һайын тест тапшырып тора. «Онлайн форматтаһы осрашыуҙарҙы өнәп етмәйем, миңә кешеләр менән шәхсән аралашыу мөһимерәк», — тине Владимир Владимирович.