Тау башындағы мәктәптән ағылған музыка, ауылды моңға сорнап ҡына ҡалмай, халыҡты тауыш бирергә килергә әйҙәй. Ҡырҙас урта мәктәбе бинаһында урынлашҡан 788-се участка һайлау комиссияһында көн уртаһына ҡарата һайлаусыларҙың 73 проценты тауыш биргән. Һайлау участкаһында сират-тығындар юҡ. Сөнки 578 һайлаусының 402-һе алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан, 146 гражданин йорт ихатаһынан сыҡмай ғына бюллетень тултырыу хоҡуғы менән файҙаланған. Әхмәттәр иһә 27 июндә үк гражданлыҡ бурысын үтәгән/
- Тауыш биреү тыныс шарттарҙа дауам итә, бөтә санитар-эпедемиологик талаптар ҙа үтәлә, - тине участка һайлау комиссияһы рәйесе Ғәзиз Сәлимйәнов.