"Һәр кем үҙенә оҡшаған төҙәтмәне таба алды. Совет осорон яҡлағандар, КПРФ яҡлылар үҙҙәре өсөн тарихи хәтерҙе яҡлауҙы яҡын күрҙе. Экология өсөн көрәшкәндәргә – тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау тураһындағы төҙәтмә оҡшай. Традицион ҡиммәттәрҙе яҡлаусылар төҙәтмәләргә Аллаһтың индерелеүен, ир менән ҡатын араһындағы никахты мөһим тип һанай. Һөҙөмтәлә төҙәтмәләр төрлө ҡарашлы кешеләрҙе бергә тупланы", – тине политолог.