И. Волынецтың фекеренсә 12 июндәге Дәүләт байрамы, халыҡта илдең бойондороҡһоҙлоҡ көнө булараҡ түгел, ә Советтар Союзы тарҡалыуын күрһәтеүсе датаны һүрәтләй. «Ошоларҙы һәм был көндә күпселек граждандарҙың Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереүҙе хуплауҙарын иҫәпкә алып, 1 июлде, Рәсәй көнө, Дәүләт байрамы һәм ял көнө тип иғлан итергә мөмкин», – тиелә уның мөрәжәғәтендә.