«Ҡырым ярымутрауының кире Рәсәй Федерацияһы составына ҡушылыуы беҙҙең Украина менән аралар боҙолоуға сәбәпсе түгел, — тине ул. — 2013 – 2014 йылдарҙа күрше дәүләттә киҫкен үҙгәрештәр булып, урындағы власть алып ташланды һәм унда бөтөнләй икенсе кешеләр килде. Ошо ваҡыттан алып Украина менән Рәсәйҙә ҡараштар айырмаһы барлыҡҡа килде һәм юлдар ике яҡҡа айырылышты. Шунан һуң ғына Ҡырым Рәсәйгә ҡайтты, ә киреһенсә түгел».