Стратегик үҫеш һәм милли проекттар советы ултырышында ил Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә яңы үҫеш маҡсаттарын иҫәпкә алып милли проекттарға төҙәтмәләр индерергә ҡушты. Төп маҡсат булып социаль тәьмин итеү, ғүмер өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы мөхит булдырыу, лайыҡлы, уңышлы эшҡыуарлыҡ һәм һөҙөмтәле хеҙмәт тора. 2030 йылға төп капиталға инвестицияны 2020 йылға ҡарата 70 процентҡа еткерергә, уртаса ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә еткерергә тиелә.