Рәсәй Президенты Владимир Путин паспорттарҙы, башҡа документтарҙы һаҡлау тураһындағы мәғлүмәтте дәүләт серенә индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был турала норматив-хоҡуҡи акттар порталында хәбәр ителә.
“Дәүләт серенә индерелгән мәғлүмәттәр исемлегенә паспорттарҙы, Рәсәй Эске эштәр министрлығы, Росгвардия заказы буйынса етештерелгән башҡа изделиелар йәки полиграфик продукцияны фальсификациянан һаҡлау, уларҙың дөрөҫлөгөн тикшереүҙең тик Рәсәй Эске эштәр министрлығы, Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, Росгвардияға тәғәйенләнгән ысулдары тураһындағы мәғлүмәтте индерергә”, - тиелә документта.