Һүҙ, башлыса, Белорус Республикаһында барған хәлдәргә ҡағылды. В. Путин үткән аҙнала халыҡ-ара телефон бәйләнештәре тураһында ентекле һөйләп, Белоруссияға сит тарафтарҙан баҫым булдырмау кәрәклеге тураһында аныҡ әйтте. «Президент һайлауҙарынан һуң килеп тыуған акцияларҙы Белоруссия башлығы үҙе, граждандар менән диалогҡа инеп, хәл итергә тейеш», — тине ул.