+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
31 Август 2020, 11:20

Владимир Путин Татарстанды бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов менән видеобәйләнеш аша аралашты #ВладимирПутин

Ил етәксеһе Татарстанды 100 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләп, республика лидерҙар иҫәбендә барыуын билдәләне. «Төп иғтибар бөгөн иҡтисадты тотороҡландырыуға йүнәлтелә, — тине Р. Миңлеханов. — Эшһеҙлек сентябрь айында кәмер тип иҫәп тотабыҙ. Коронавирусҡа ҡаршы көрәштә лә алдынғы алымдар ҡулланыла, сикләүҙәр бөтөрөлә бара. Кинотеатрҙар, концерт залдары, театрҙар эшләп тора. 232 урынлыҡ яңы инфекция дауаханаһы асылды».
Читайте нас: