+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Октябрь 2020, 13:35

Ил етәкселәре телефон аша һөйләште

РФ Президенты Владимир Путин ошо ялда тағы ла Әрмәнстан Республикаһы Премьер-министры Никол Пашинян менән аралашты.#ВладимирПутин

Һөйләшеү Таулы Ҡарабахта тоҡанған конфликт тураһында барҙы. Ике яҡ та был төбәктә алыш туҡтамауына һәм хәрби бәрелештәргә Яҡын Көнсығыштан ҡораллы боевиктарҙың ҡушылыуына борсолоу белдерҙе.
В. Путин атышты туҡтатыу кәрәклегенә айырыуса баҫым яһаны һәм ОБСЕ-ның Минск төркөмө килешеүҙәренә ярашлы, бында Рәсәй миротворецтарын йүнәлтеү ихтималлығын да билдәләне. РФ Ҡораллы Көстәре был аҙымға Әзербайжан һәм Әрмәнстандың икеһенән дә ризалыҡ булған осраҡта ғына барасаҡ.
Фото: "Звезда" телеканалы
Читайте нас: