Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы көрәштә тәүге мәсьәлә – ил буйынса вакцинацияны башлау тип атаны.
Дәүләт башлығы шулай уҡ COVID-19тан дарыуҙар һәм вакцина барлыҡҡа килгәндән һуң да инфекцияға тестлауҙы дауам итергә, халыҡты вакцинацияларға, хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәклеген белдерҙе.
Элегерәк Президент Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы съезында властың коронавирус пандемияһы арҡаһында етди сикләү саралары индерергә йыйынмауҙарын хәбәр иткәйне. Путин ауырыусылар һаны артыуға ҡарамаҫтан, медиктарҙың коронавирусҡа ҡаршы торорға өйрәнеүҙәрен билдәләне.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/