Эш сәфәре менән килгән А.Бжанияны Рәсәй етәксеһе саҡырған. Осрашыу барышында, ике ил араһындағы сауҙа-иҡтисади һөм мәҙәни-гуманитар хеҙмәттәшлек, стратегик бәйләнеш өҫтөндә эшләү, үҙ-ара хәүефһеҙлек тәьмин итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.