+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Ноябрь 2020, 10:10

Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡын иҫәпләү системаһы үҙгәрә

Президент Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенә ҡайһы бер тармаҡтарҙа хеҙмәт хаҡын түләү системаһын көйләй алыуын билдәләүсе Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләрҙе раҫланы.#ВладимирПутин

Президент Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенә ҡайһы бер тармаҡтарҙа хеҙмәт хаҡын түләү системаһын көйләй алыуын билдәләүсе Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләрҙе раҫланы. Үҙгәрештәргә ярашлы, уҡытыусылар һәм табиптар ҡайһы төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан бер төрлө эш хаҡы аласаҡ. “Парламент гәзите” хәбәр итеүенсә, Хөкүмәт тармаҡ системаһындағы оклад һәм ставкаларҙы махсус көйләй башлаясаҡ, шулай уҡ компенсация һәм дәртләндереү түләүҙәрен билдәләйәсәк. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Андрей Бот аңлатыуынса, был яңы төҙәтмә төрлө регионда йәшәүсе бер өлкә хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын тигеҙләйәсәк. Әлеге ваҡытта бер үк эште башҡарған уҡытыусылар һәм табиптар төрлө төбәктә төрлө эш хаҡы алып килә.
Читайте нас: