+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Ноябрь 2020, 11:00

Хәрбиҙәр һәләк булды

Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби бурысын үтәәндә һәләк булған офицерҙарға юғары наградалар тураһында указға ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин

Рәсәй Федерацияһы миротворецтары Таулы Ҡарабахҡа юлланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән аҙнала тәүге ҡорбандар тураһында хәбәр килде. 9 ноябрҙә Ми-24 вертолеты Азербайжан Ҡораллы Көстәренең зенит-ракета комплексы тарафынан атып төшөрөлдө. Экипаж ағзалары Юрий Ищук менән Роман Федин һәләк булды.
В. В. Путин майор Юрий Ищук менән лейтенант Роман Фединды һәләк булғандан һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткән лейтенант Владислав Грязин да ошондай наградаға лайыҡ булды.
Читайте нас: