-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Ноябрь 2020, 10:45

79 төбәктә күңел асыу саралары тыйылған

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе.
— Беҙгә бөгөн, һөйләшеү буйынса, тағы ла коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш мәсьәләләре менән шөғөлләнергә тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлдәр бик еңелдән түгел. Шуға беҙ был турала төплөрәк һөйләшербеҙ, — тип белдерҙе дәүләт башлығы.
Кәңәшмәлә вице-премьер Татьяна Голикова килтергән мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә 1 миллион 991 мең коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы теркәлгән. Илдең бөтә төбәктәрендә лә битлек режимы индерелгән. 79 төбәктә күңел асыу саралары үткәреү тыйылған. Бары алты төбәктә — Тверь, Белгород өлкәләре, Ставрополь крайы, Ҡырым Республикаһы, Чукот һәм Ненец автономиялы округтарында ғына байрам саралары ойоштороу рөхсәт ителә. 75 төбәктә 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сир менән ауырыусылар өсөн сикләүҙәр индерелгән. 80 төбәктә йәмәғәт транспортын, такси һәм йәмәғәт ҡулланыу урындарын дезинфекциялау көсәйтелгән.
Читайте нас в