+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Ноябрь 2020, 11:10

Миротворецтар Таулы Ҡарабахта ниндәй миссия үтәй?

Рәсәй Президенты В. Путин РФ хәрбиҙәренең Таулы Ҡарабахтағы хәрби бәрелеш биләмәһендәге роле тураһында видеоконференция режимында кәңәшмә уҙғарҙы.#ВладимирПутин

Уның эшендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Оборона, Сит илдәр эштәре министрлыҡтары, Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре ҡатнашты.
— Беҙҙең маҡсат — атыш арҡаһында зыян күргән тыныс халыҡҡа ярҙам итеү, хәрби бәрелеште мөмкин булған тиклем туҡтатыу, ҡасаҡтарҙы хәүефһеҙ урынға сығарыу, социаль объекттарҙы һаҡлау һәм гуманитар йөк тейәгән колонналарҙы оҙатыу, — тип билдәләне Президент. — Бынан тыш миротворецтар биләмәне миналарҙан таҙартыуҙы ла үҙ иңдәренә аласаҡ. Беҙҙең гуманитар көс әрмән һәм азербайжан халыҡтарының икеһенә лә тик ярҙамға ғына булырға тейеш.
Ошо көндәрҙә Таулы Ҡарабахҡа миротворецтарҙан тыш, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы колоннаһы — ҡотҡарыусылар ҙа юл тотасаҡ.
фото: Евроньюс
Читайте нас: