+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Ноябрь 2020, 17:50

Декабрҙә ил башлығы матбуғат конференцияһы үткәрә

Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин йомғаҡлау матбуғат конференцияһын 17 декабрҙә үткәрә.#ВладимирПутин

Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле был юлы матбуғат конференцияһы видеоконференция режимында уҙғарыла. Билдәле булыуынса, федераль һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Халыҡ-ара сауҙа үҙәге залында эшләйәсәк. Төбәктәрҙең киң мәғлүмәт саралары журналистары үҙҙәренең Федераль округынан сыҡмайынса сарала ҡатнаша ала: һәр округта Мәскәү менән бәйләнешкә инеү өсөн махсус майҙансыҡтар ойошторола. Волга буйы федераль округы өсөн Түбәнге Новгород була. Роспотребнадзор талаптарын иҫәпкә алып, һәр майҙансыҡта ҡатнашыусылар һаны сикләнә. Журналистар өсөн аккредитация 29 ноябрҙә башлана.
Читайте нас: