Сәйәсәт
16 Декабря 2020, 12:12

Джозеф Байденды ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Америка Ҡушма Штаттарында президент һайлауҙарында еңеүе менән ҡотлап, Джозеф Байденға телеграмма ебәрҙе.#ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Президенты Владимир Путин Америка Ҡушма Штаттарында президент һайлауҙарында еңеүе менән ҡотлап, Джозеф Байденға телеграмма ебәрҙе.
Бында ул һайланған дәүләт башлығына бөтә яҡлап уңыштар теләй, глобаль хәүефһеҙлек һәм тотороҡлоҡ өсөн яуаплылыҡ йөрөткән, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, Рәсәй менән АҠШ хәҙерге көндә донъя алдында торған күп проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ итә аласағына ышанысын белдерҙе.
Сығанаҡ: "Йәншишмә".
Читайте нас