Рәсәй Президенты әйтеүенсә, был хәл, эш хаҡын аҙ алып эшләүселәрҙең минималь эш хаҡын йәшәү кимәленә күтәргәндән һуң барлыҡҡа килгән. Шулай ҙа, ул ваҡытта башҡаларҙың да эш хаҡын бер аҙ күтәрергә кәрәк булған. Бөтәһенең дә эш хаҡын арттырыу мөмкин түгел, бюджет сикләүҙәре бар, ләкин дәүләт быны һуңғараҡ мотлаҡ эшләйәсәк, тине В. Путин.