Дәүләт Башлығы Ҡаҙағстандың социаль-иҡтисади һәм фәнни-техник үҫештә яулаған уңыштарын, донъя киңлегендәге илдең абруйын, шулай уҡ халыҡ-ара көнүҙәк проблемаларҙы хәл иткәндә мөһим конструктив ролен билдәләп үтте. Владимир Путин тағы ла Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһында союзлыҡ һәм стратегик партнёрлыҡ мөнәсәбәттәренең уңышлы үҫешен дә юғары баһаланы. Рәсәй Президенты берлектәге көс менән генә ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү тәьмин ителәсәген белдерҙе.