+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Декабрь 2020, 12:00

«Тура бәйләнеш»тә — Президент

Рәсәй Президенты Владимир Путин дүрт сәғәт дауамында барған матбуғат конференцияһында 68 һорауға яуап бирҙе. Быйылғы конференцияның үҙенсәлеге — күп мөрәжәғәттәр онлайн рәүештә яңғыраны. Граждандарҙың һорауҙары колл-үҙәктә ҡабул ителде һәм Президентҡа ебәрелде. Ил башлығы менән һөйләшеүҙең төп йүнәлештәренә туҡталып үтәйек.

Рәсәй Президенты Владимир Путин дүрт сәғәт дауамында барған матбуғат конференцияһында 68 һорауға яуап бирҙе. Быйылғы конференцияның үҙенсәлеге — күп мөрәжәғәттәр онлайн рәүештә яңғыраны. Граждандарҙың һорауҙары колл-үҙәктә ҡабул ителде һәм Президентҡа ебәрелде. Ил башлығы менән һөйләшеүҙең төп йүнәлештәренә туҡталып үтәйек.
2020 йыл тураһында. «Аныҡ ҡына итеп, йыл насар булды тип әйтеү мөмкин түгел. Ул һауа торошо кеүек — йә ҡояш яҡтыра, йә болот баҫа. 2020 йылда бөтәһен дә, йәғни рәсәйлеләрҙе генә түгел, Ер шары халҡын коронавирус пандемияһы борсоуға һалды. Донъяла 70 миллиондан ашыу кеше вирус йоҡторҙо, тип хәбәр итә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы. Әммә беҙ был проблемаларҙы лайыҡлы ҡаршы алдыҡ, тип әйтә алам. Иҡтисади, социаль өлкәләрҙә тотороҡлолоҡ һаҡланды. Эпидемия сәбәпле эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булған эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелде. Һуңлап булһа ла, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парадты ла уҙғарҙыҡ, «Үлемһеҙ полк» онлайн үтте. Иң мөһиме, был бәлә ил халҡының берҙәмлеген күрһәтте, ирекмәндәр өйҙә яңғыҙ ултырған ололарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырманы, бөтә мөһим хеҙмәттәр үҙ-ара килешеп, карантин шарттарында тормош туҡтамаһын өсөн намыҫлы эшләне».
Һаулыҡ һаҡлау тармағы. «Әлбиттә, бындай ҙур масштаблы проблеманы хәл итергә әҙер түгел инек. Шулай ҙа медиктар тиҙ арала яңы шарттарға яраҡлашты, ковид госпиталдәр төҙөлдө, бөтә ресурстар, шул иҫәптән медицина вуздары студенттары йәлеп ителеп, мобилизацияланды. Пандемия башланған осорҙа беҙ уны дауалау, тест эшләү юлдарын белмәһәк тә, ашығыс рәүештә бөтә кәрәкле саралар үткәрелде. Медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләмдәр ҡаралды, реанимобилдәр, үпкәне елләтеү аппараттары һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар төбәктәрҙәге дауаханаларға ебәрелде».
2021 йылғы парламент һайлауҙары. «Быйылғы йылдың төп яңылығы — РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү булды. Уның һөҙөмтәләренә ярашлы, парламент байтаҡ йүнәлештәр буйынса вәкәләттәр алды. Рәсәй Дәүләт Думаһы шул рәүешле Хөкүмәт рәйесе буйынса ғына түгел, министрҙар һәм вице-премьерҙар буйынса ла үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итә ала. Был депутаттар корпусы эшмәкәрлегенең әһәмиәтен бермә-бер арттырҙы. Парламент һайлауҙарында ошоға тиклем сәйәси аренала үҙен һынаған көслө партияларҙан тыш, яңылары ла ҡатнаша ала. Сөнки уларҙың бөтәһенең дә маҡсаты бер — халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, илдең үҫешенә булышлыҡ итеү».
Коронавирус вакцинаһы. «Рәсәй тәүгеләрҙән булып коронавирусҡа ҡаршы вакцина теркәне. Вакцинациялауҙы ошо көндәрҙә башланыҡ та», — тип Президент һәр ваҡыт белгестәр фекеренә ҡолаҡ һалыуы, уларҙың кәңәшен тотоуы хаҡында белдерҙе һәм «Спутник-V» вакцинаһын эшләтәсәге тураһында әйтте. Бөтәһенә лә унан ҡасмаҫҡа кәңәш итте. Бары тик прививкалар араһында ниндәйҙер арауыҡ үткәнен көтөр кәрәк, мәҫәлән киҙеүҙән прививка яһаттығыҙ икән, артабан икенсеһен эшләткәнгә тиклем кәмендә дүрт аҙна үтергә тейеш.
Ярлылыҡ, юғары хаҡтар. «Илдә бөгөн 20 миллиондан ашыу кеше ярлылыҡ сигендә йәшәй. Төп маҡсат — килеме йәшәү минимумынан әҙ булған халыҡҡа ярҙам итеү. Бының өсөн эшһеҙлек буйынса пособие күләме арттырылды, балалары булған ғаиләләргә етди дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Йәйге осорҙа 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр ике тапҡыр аҡсалата ярҙам алды. Яңы йыл алдынан 7 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләүселәр тағы бишәр мең һум аласаҡ. Хаҡтар артыуын туҡтатыу буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде».
Дистанциялы уҡыу. «Пандемия быйылғы уҡытыу процесына ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Мәктәптәр генә түгел, вуздар ҙа олайн уҡытырға мәжбүр булды. Өйҙәрендә тейешле гаджеттары, компьютеры булмаған ғаиләләр өсөн бындай шарттар ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Киләһе йыл илдәге һәр мәктәптә юғары тиҙлекле интернет буласаҡ, тип планлаштырабыҙ. Юғары уҡыу йорттарының онлайн белем биреү системаһын камиллаштырыу өсөн финанстар йүнәлтеләсәк. Тулыһынса дистанциялы уҡыу варианты ҡаралмай, уҡыусы педагог менән даими бәйләнештә булырға тейеш. Белем сифаты кәмеүенә зарланыусылар күп».
Сүп-сар реформаһы. «Алға китеш бар, сүп-сар сығарыла, халыҡ яраҡлаша. Был йүнәлештә ике етди мәсьәлә тора. Беренсеһе — ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү. Сүп-сар полигондарға оҙатылмаҫҡа, ә етештереүсе сәнәғәттә файҙаланырға тейеш. Икенсенән, уны сортировкалау зарур, пластик, быяла, ҡағыҙ, ағас һәм башҡа материалдар һәр береһе айырым тупланып, артабан эшкәртеүгә ебәрелеүе шарт».
Р. МӨХӘМӘҘИЕВА әҙерләне.
Читайте нас: