-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Декабрь 2020, 10:10

Путин депутаттар һәм сенаторҙарҙың вәкәләттәрен туҡтатыусы законды раҫланы

Президент Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы советы ағзаһы һәм Дәүләт Думаһы депутаты статусы тураһындағы законға үҙгәрештәр индерҙе.#ВладимирПутин

Президент Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы советы ағзаһы һәм Дәүләт Думаһы депутаты статусы тураһындағы законға үҙгәрештәр индерҙе.
Яңы ҡул ҡуйған законға ярашлы, депутат һәм сенаторҙарҙың икенсе ил гражданлығына эйә булыуы вәкәләттәрен туҡтатыуға нигеҙ буласаҡ. Тикшереүҙе үткәрә башлау өсөн төрлө сығанаҡтан алынған мәғлүмәттәр сәбәпсе булыуы мөмкин.
Шулай уҡ Юғары палата ағзаһының Рәсәй Федерацияһы төбәгендә йәшәргә тейешле ваҡыт арауығы талабын боҙған өсөн вәкәләте туҡтатыла.
Бынан тыш, яңы закон, сенаторҙар һәм депутаттар вәкәләттәре мөҙҙәте бөткәндән һуң элекке эш урындарына дәғүә итә алмауын нигеҙләй.
В. Путин бынан алда раҫлаған закон буйынса, Рәсәйҙең элекке президенттарына ғүмерлек сенатор булыу хоҡуғы бирелгәйне. Өҫтәп шуны әйтер кәрәк, бынан тыш элекке ил етәксеһе ғүмере ахырынаса эшләйәсәк ете сенаторҙы билдәләй ала.
Читайте нас: